top of page

Мин – башҡорт теле уҡытыусыһы!

Ниндәй гүзәл исем!

Кеше итеп һине әҙерләй.

Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.

Р. Ғарипов

  

.

 

 

    Мин Белорет районы Бирҙеғол ауылында  тыуғанмын.

 Баласаҡтан уҡытыусы  һөнәре иң кәрәклеһе итеп һананым, шуға күрә ошо һөнәрҙе һайланым. Был юлдан киткәнемә бер ҙә үкенмәйем. Ауылымдың тулы булмаған  мәктәбен тамамлағандан һуң Белорет педагогия училищеһына уҡырға индем. Уны уҡып бөтөрөп, тормош мине тағы ла үҙемдең тыуған мәктәбем менән бәйләне. Тик юғары уҡыу йортон тамамлау теләге мине Силәбе ҡалаһының дәүләт университетына алып килде. Уҡыу йортон тамамлап, ҡулға диплом алып,Белорет ҡалаһының 21-се  мәктәбенең төп дөйөм белем биреү мәктәбендә эшләй башланым.Өс йыл эшләгәндән һуң тормош юлы мине Межгорье ҡалаһына менән бәйләй.

 Бына ун дүрт йыл инде Межгорье ҡалаһының 3-сө мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытам. Мин һөнәр һайлауымда яңылышмағанлығымды йылдар уҙған һайын нығыраҡ аңлайым.Күҙ алдымы иң яратҡан уҡытыусым Вәлиева Хәтимә Хәжи ҡыҙы килә.Ул миңә башҡорт теленә ҡарата бик ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү уятыусы уҡытыусы.        

     Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!һәр дәресте ошо изге һүҙҙәр менән башлайым, сөнки кешенең теле ни тиклем матур, бай булһа, күңеле лә шулай гүзәл тәрбиәләнә, фекере бай, зиһене тәрән, яҡты, аңлы була.

   Ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу еңел түгел икәнен, ә яуаплы, ҙур эш булыуын тәүге көндәрҙән үк аңланым. Хәҙер инде минең төп бурысым – үҙ туған телен аңламаған, йә бөтөнләй телде белмәгән балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү, ошо телгә ниндәй юлдар менән һөйөү тәрбиәләү кеүек проблемелар тора. Был проблемаларҙы сисеү өсөн төрлө формалар, методтар ҡулланам.

    Минең уйлауымса, башҡорт теле уҡытыусыһы булыуы икеләтә ауырыраҡ:

беренсенән – башҡорт теле уҡытыуҙы күп кенә ата-әсәләр, балалар аңламай;

икенсенән – балаларҙың уҡытыусыға ҡарата ҡараштары үҙгәргән.

    Мин, уҡытыусы булараҡ,  бөтә көсөмдө биреп, бөтә яҡшылыҡты уҡыусыларымдың күңеленә һеңдерергә тырышым, ерҙе, тормошто аңларға, уны яратырға өйрәтәм. Уның ижад емеше лә йылдар аша билдәләнә. Ваҡыт үтеү менән шуныһы ҡыуандыра: минең күп уҡыусыларым башҡорт телендә аралаша, төрлө мәктәп һәм ҡала күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашалар.

    Һәр уҡыусым яҡшы билдәләренә генә өлгәшергә тырыша, сөнки башҡорт телен икенсе предметтар менән бер итеп ҡуя һәм яуаплы ҡарай. Телгә ҡыҙыҡһыныу минең дәрестәремдә артҡандан арта бара. Кем белә, бәлки киләсәктә туған башҡорт телен иғтирам иткән, яратҡан кешеләр күберәк булыр. Уҡытыусының абруйы күтәрелер, уға ҡарата ихтирам артыр.

Уҡытыусы һөнәре иңдәремә ятҡас ҡына минең яҙмышым – илем, телем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡан икәнен аңланым. Үҙ көнөм өсөн генә түгел, ә халҡым киләсәгенә лә яуаплы икәнмен. Ни тиклем етди һәм яуаплы һөнәр һайлағанымды йылдан-йыл нығыраҡ тоям. Үҙемдә уҡытыусыларымдың күркәм сифаттарын күреп ғорурланам

 

-Jug_jgL_LE.jpg
3.JPG
bottom of page